БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
Целиком
Aa
На страничку книги
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Российское библейское общество

Иҫке Гәьед

БАШЛАНМЫШ

**

Рәсәй Библия йәмғиәте Санкт-Петербург 2010

«Библияның Рәсәй халыҡтары телдәренә тәржемәләре»

серияһы

15БЫ 978-5-85524-325-3

© Перевод, глоссарий, карты и оформление, Российское Библейское Общество, 2009.

Хөрмәтле уҡыусы!


Һеҙҙең иғтибарығыҙға Библияның тәүге китабы «Баш-ланмыш»тың тәржемәһен тәҡдим итәбеҙ. 77 китаптан торған Библия донъя әҙәбиәтенең һәм дини мәҙәниәттең иң күренекле ҡомартҡыларының береһе иҫәпләнә. Шуға күрә уны хатта «Китаптарҙың китабы» тип йөрөтәләр.

«Башланмыш»тың башҡортсаға тәржемәһе Рәсәй Библия йәмғиәте тарафынан әҙерләнде. Библия китаптарын төп нөсхәнән тәржемә итеү өсөн башҡорт әҙәбиәтселәре ике йыл буйы Санкт-Петербург ҡалаһында тәржемә оҫталығын һәм боронғо йәһүд телен өйрәнде. Биш йыл эсендә Библияның 20 китабының тәүге ҡараламалары әҙер булды. Был эштә, тәржемәселәрҙән башҡа, тәфсир һәм филология буйынса мөхәррирҙәр ҡатнашты. Тәфсирҙәрҙең теүәллегенә Берләшкән Библия йәмғиәттәренең тәржемә буйынса консультанты етәкселек итә, проектҡа дөйөм етәкселекте иһә Рәсәй Библия йәмғиәтенең Санкт-Петербург бүлексәһе атҡара.

Башҡорт йәмәғәтселеген ошо белгестәрҙең эш һөҙөмтәләре менән таныштырыу маҡсатында Рәсәй Библия йәмғиәте иң тәүҙә «Башланмыш» китабын айырым ғына нәшер итергә булды. Әҙәбиәтсе ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың, төрлө диндәр вәкилдәренең эшебеҙ хаҡындағы фекерен ишетергә теләр инек. Беҙ уларҙы ентекләп өйрәнәсәкбеҙ һәм артабан иҫәпкә аласаҡбыҙ.

Уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн беҙ тексты бүлеп, атамалар ҡуйҙыҡ, ә китаптың аҙағында өҫтәлмә материалдар тәҡдим ителә. Баҫмаға боронғо Яҡын Көнсығыштың һәм Боронғо Ҡынаандың карталары, иң ҡатмарлы һүҙҙәрҙең аңлатмаларын үҙ эсенә алған һүҙлек индерелде. Шулай уҡ «Башланмыш» китабының төп темалары һәм бүлектәре хаҡында бәйән иткән Һуңғы һүҙ урынлаштырылды.

Уҡыусыларҙан фекер һәм тәҡдимдәрҙе түбәндәге адрес буйынса ебәреүҙәрен һорайбыҙ:

191014, Санкт-Петербург,

а/я 127, Санкт-Петербургское отделение

Российского Библейского Обшества.

Гөлсирә Ғиззәтуллина, яуаплы мөхәррир

Башланмыш

Беренсе бүлек Донъяның башланғаны Яратылмыш

I1Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты.

2Әле рәүеше лә булмаған ер буп-буш, ә ҡараңғыға сумған икһеҙ-сикһеҙ даръя һыуҙары өҫтөндә Алланың ҡеүәтле рухы һиҙелә ине.

3Әйтте Алла: «Яҡтылыҡ булһын». Яҡтылыҡ булды.4Алла яҡтылыҡты күрҙе, уның яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы.5Алла яҡтылыҡты көн, ә ҡараңғылыҡты төн тип атаны. Кис булды, таң атты — беренсе көн булды.

6Алла: «Донъя һыуҙарын икегә айырып торған көмбәҙ хасил булһын, һыуҙарҙы бер-береһенән айырһын», — тине.7Шулай булды. Алла көмбәҙҙе бар ҡылды, көмбәҙ аҫтындағы һыуҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙан айырҙы.8Алла көмбәҙгә күк тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты — икенсе көн булды.

9Әйтте Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да ҡоро тупраҡ күренһен». Шулай булды.10Алла ҡоро урынға ер тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы диңгеҙ тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.11Әйтте Алла: «Ерҙән үҫемлектәр — орлоҡ таратыусы үләндәр һәм емеш биреүсе төрлө-төрлө ағастар

1:1-3 Был урынды түбәндәгесә лә уҡырға мөмкин: «Донъя барлыҡҡа килгәнгә тиклем, бушлыҡ өҫтөндә ҡараңғылыҡ ятҡанда, Алла Рухы һыуҙар өҫтөндә талпынды һәм Алла, яҡтылыҡ булһын, тип күк менән ерҙе бар ҡыла башланы, һәм яҡтылыҡ булды».

үҫеп сыҡһын, емешендәге орлоҡтар ергә сәселһен». Шулай булды.12Ер үҫемлектәр — орлоҡ биреүсе һәр төрлө үләндәр һәм емеше эсендә орлоғо булған төрлө-төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.13Кис булды, таң атты — өсөнсө көн булды.

14Әйтте Алла: «Көндө төндән айырыу, йыл миҙгелдәрен, көндәрҙе һәм йылдарҙы сикләү, байрамдарҙы билдәләү өсөн күк йөҙөндә яҡтыртҡыстар булһын.15Улар күк йөҙөнән нур һибеп, ер өҫтөн яҡтыртып торһон». Шулай булды.16Алла ҙурырағы көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн ике ҙур яҡтыртҡысты һәм йондоҙҙарҙы яратты.17-18Ер йөҙөн яҡтыртһын, көн менән төнгә идара итһен һәм яҡтыны ҡараңғылыҡтан айырһындар өсөн Алла уларҙы күк йөҙөнә урынлаштырҙы. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.19Кис булды, таң атты — дүртенсе көн булды.

20Алла әйтте: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн».21Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ балыҡтарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.22Уларға фатихаһын биреп, әйтте: «Үрсегеҙ, артығыҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; күп булһын ҡош-ҡорт ер йөҙөндә».23Кис булды, таң атты — бишенсе көн булды.

24Әйтте Алла: «Ерҙә һәр төрлө йән эйәләре — мал-тыуар, ваҡ йәнлектәр, күп төрлө кейек-януарҙар барлыҡҡа килһен». Шулай булды.25Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

26Әйтте Алла: «Кешене бар ҡылайыҡ — Үҙебеҙ рәүешле итеп һәм Үҙебеҙгә оҡшатып. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклеккә хаким булһын».

27Алла кешене яратты, Үҙ рәүешенә, Аллаға, оҡшатып яратты — ир менән ҡатынды бар ҡылды.

28Алла, уларға фатиха ҡылып, әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».29Тағы ла былай тине Алла: «Бына Мин һеҙгә орлоҡ таратыусы бөтә үҫемлектәрҙе, орлоҡло төрлө-төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр.30Ә кейектәргә, ҡош-ҡортҡа һәм ерҙәге бөтә йәнлектәргә — эсендә йәне булған бөтә нәмәгә — аҙыҡ итеп йәшел үлән бирәм». Шулай булды.

31Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны — ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты — алтынсы көн булды.

21Бөтә донъя, ундағы тәртип бына шулай барлыҡҡа килде.

2Етенсе көнгә Алла донъя яратыуҙы тамам ҡылды.

Ял итте Алла етенсе көндә.

Донъя яратыуҙы тамам ҡылды Ул.

3Фатиха ҡылды Алла етенсе көнгә һәм дә изге итте уны,

сөнки был көндә Ул ял итте:

донъяны яратыу һәм бар итеүҙе тамам ҡылды.

4Күк һәм ер — улар барлыҡҡа килгән дәүерҙәр хаҡындағы хикәйәт бына ошо.